9 декабрь, Йома

28 апрель 2014 йыл, 17:52

Башҡортостанда иң яҡшы эшсе-2014 исеменә полиция майоры, тележурналист, тарих уҡытыусыһы дәғүә итә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының эшсе йәштәре араһында «Эшсе-2014» Республика конкурсының финалы шишәмбе, 29 апрелдә, Салауат ҡалаһының «Ағиҙел» мәҙәни-ял итеү үҙәгендә үтәсәк.

Һөнәри оҫталыҡтың смотры йәштәр араһында төп эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү маҡсаты менән бишенсе тапҡыр ойошторола.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс өс этапта уҙғарыла. Беренсеһе февралдә старт алды, ай дауамында республиканың ҡала һәм райондарында һайлап алыу туры уҙғарылды. Беренсе этап еңеүселәре ойоштороу комитетына ҡатнашыуға заявка, анкетаны һәм үҙенең эше тураһында видеоматериалдар ебәрҙе. Икенсе турға тапшырылған материалдар буйынса белдекле жюри ағзаларына конкурс финалсыларын билдәләргә кәрәк ине.

Һығымтала иң яҡшы «Эшсе-2014» исеменә Октябрьскийҙан полиция майоры Алина Әхмәтшина, Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Т.Кусимов исемендәге гимназияның тарих уҡытыусыһы Айгөл Башарова, «Үҙәк» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн Ҡалтасы район клубы педагогы-ойоштороусыһы Светлана Раянова, Асҡын ауыл-ара үҙәк китапхана библиографы Айгөл Сөләймәнова, «УАП «Гидравлика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшсеһе Камила Фаттахова, Салауаттан тележурналист Эльвира Маликова һәм уның яҡташы – «Дуҫлык» башҡорт халыҡ бейеүҙәре етәксеһе Айгизә Филиппова һәм «Йәштәш» йәштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Алина Пиялкина, Ишембай үҙәк район дауаханаһының медицина лабораторийы технигы Регина Таһирова һәм Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы хеҙмәткәре Ирина Федотова ярышасаҡ.

Республиканың йәштәр-спорт ведомствоһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре ингән, жюри ағзаларының бурысы – конкурста ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталығын, үҙенсәлеклеген, номерҙарҙың художество һәм музыка биҙәлеше кимәлен баһалау һәм «Гран-при», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияларында, шулай уҡ 1,2,3 урындарҙа еңеүселәрҙе атау.

Башлана көндөҙгө сәғәт өстә.

Конкурстың ойоштороусылары – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республиканың Профсоюздар федерацияһы менән берлектә.