6 декабрь, Шишәмбе

28 апрель 2014 йыл, 17:00

Төбәктә 20 градусҡа тиклем йылытасаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

Май байрамдары алдынан Башҡортостанда ярайһы уҡ йылытасаҡ. 28 апрелдән 30-на тиклем көндөҙ һауа температураһы 14-17 градус тәшкил итәсәк, төндә – плюс дүрт-алты.

Алдағы көндәрҙә һауа температураһы күтәреләсәк һәм ялға урыны менән көндөҙ плюс 20 градусҡа, төндә һигеҙ градусҡа тиклем йылытасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеология үҙәге.

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе майҙан алып дүртенә тиклем республика буйынса яуым-төшөмдөң бер аҙ яуыуы көтөлә.