Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Латвия татарҙары һәм башҡорттары мосолман зыяраттарында өмә үткәрҙе

Йәмғиәт

Латвия башҡорттары һәм татарҙары Риганың «Микеля» һәм «Яунциемса» мосолман зыяраттарын таҙартыу буйынса өмә үткәрҙе. «Башинформ» агентлығына хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың береһе Рәмил Ҡәдиров һөйләүенсә, бындай акциялар «Шишмә» латвия татар-башҡорт мәҙәни йәмғиәте инициативаһы буйынса даими рәүештә йылына ике тапҡыр уҙғарыла.

«Микеля» зыяратына 100 йылдап. 1988 йылдан алып «Шишмә» латвия татар-башҡорт мәҙәни йәмғиәте менән «Микеля» зыяратының мосолмандар секторын хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөлгән. Был килешеү буйынса йәмғиәт шәриғәткә ярашлы ерләү тәртибен үтәү, зыяратты тәртиптә тотоу буйынса үҙенә йөкләмәләр ала, шуның өсөн дә йылына ике тапҡыр, яҙын һәм көҙөн, өмәләр уҙғара.

Бынан тыш, 1989 йылда ҡала думаһы Яунциемса районында – Риганың ситендә мосолмандарға яңы асылған зыяратта участок бүлә. Мосолмандар зыяратын 1992 йылда ул саҡтағы йәмғиәт рәйесе Илдус Сабитов аса. Ул эшләгән дәүерҙә 1991 йылда беренсе тапҡыр Ҡорбан байрамы уҙғарыла һәм Латвияла исламдың аяҡҡа баҫыуы башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть