Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Силәбелә айыҡ башҡорт дискотекаһын үткәрергә әҙерләнәләр

Мәҙәниәт

29 апрелдә Силәбенең «МегаЧел» төнгө клубында уҙып барған миҙгелдең һуңғы «Башҡорт Comedy party» башҡорт дискотекаһы үтәсәк.

Ойоштороусыларҙың ниәттәре буйынса, дискотека күңелле һәм айыҡ буласаҡ. Программала – Башҡорт асыҡ КВН лигаһынан мәҙәктәр һәм миниатюралар, DJ Fatikh һәм DJ Anri-нан дәртле бейеү тректары.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенең йәш эстрада башҡарыусылары ҡатнашлығында сағыу бейеү-күңел асыу шоу-программаһы көтә. Улар араһында – Таһир Әсәҙуллин, Йыртҡыс, Тимур Үтәгәнов, Рәнис Аҡҡужин, Луиза Ғилми, Милена Зарипова, Мәҙинә Мажитова. Алып барыусылар бағыусыларҙан приздар һәм бүләктәр менән конкурстар һәм уйындар үткәрәсәк.

Көньяҡ Уралда башҡорт концеттары һәм конкурстары продюсеры һәм ойоштороусыһы Руфат Йәлилов әйтеүенсә, башҡорт музыкаһы менән этнодискотекалар башҡорттар араһында ғына популяр күренеш түгел, ә ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, мишәрҙәр араһында ла. Яҡын ваҡыт эсендә Силәбелә «Юлдаш йыры» башҡорт йыры конкурсы үтәсәк.

Дискотека Силәбе өлкәһендә БР Даими вәкиллегенең мәғлүмәти булышлығы ярҙамында уҙғарыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть