3 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2014 йыл, 15:06

Республиканың алты районы минераль ашламалар алыу буйынса планды арттырып үтәне

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостандың алты районында минераль ашламалар һатып алыу буйынса планды арттырып үтәнеләр. Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Өҫтәмә туҡландырыуҙың иң төплө күләмдәре Саҡмағош, Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында алынған. Саҡмағоштарҙың минераль ашламалар запасы буйынса республикала иң юғары күрһәткестәр. Урындағы аграрийҙар 4691 тонна ашлама алған, ул пландан 373 процент тәшкил итә. Бер гектар сәсеүлеккә иҫәпләгәндә Саҡмағош районында тәьҫирле матдәлә 56,1 кг ашлама тура килә.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә республикала 30 мең тонналап ашлама алынған, уларҙан 17 мең тоннанан ашыуы – азот ашламалары.