Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың механизаторы, музыка белгесе һәм рәссамы Рәсәйҙең дәүләт наградаларына лайыҡ

Йәмғиәт

Владимир Путин ил үҫешенә өлөш индергәндәре, гуманитар өлкәлә ҡаҙаныштары, әүҙем закондар сығарыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәте өсөн рәсәйлеләрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә – Башҡортостандың өс вәкиле. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалына Шишмә районының «Берҙәмлек» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Әлфрид Сәхәбетдинов лайыҡ. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Евгений Скуркоға бирелде. Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы Айрат Тереғолов  Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы исеменә лайыҡ, тип хәбәр ителә kremlin.ru сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть