3 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2014 йыл, 12:43

«Китапханалар төнөндә» республика буйынса 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһында өсөнсө тапҡыр уҡыуға булышлыҡ итеү «Китапханалар төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.

БР Мәҙәниәт министрлығының баш белгесе Марина Хоменко хәбәр итеүенсә, иҫәптәрҙең йомғаҡтары буйынса, республика буйынса акцияла 10 меңләп кеше ҡатнашты.

Үҙенсәлекле авторҙар программаларын БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы, Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, Өфөнөң 12 үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһы, баш ҡаланың 17 балалар китапханаһы һәм БР муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының 54 үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы әҙерләне.

Акцияға музейҙар, үҙешмәкәр театрҙар һәм студиялар, музыканттар һәм рәссамдар, китапханалар залдарының потенциалын үҙ хеҙмәттәрен алға этәреүҙә файҙаланған бизнес-уҙаҡташтар ҡушылды.

БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡаршы алды.

— Быйыл байрамдың төп темаһы итеп дәүерҙәрҙе берләштереү һайланды. Республиканың төп китапханаһында һарай балдарының зиннәтлелеген һәм бөйөклөгөн, милли эпостың тәрәнлеген һәм колоритын, яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеүҙең ҡайғы уртаҡлашыуын һәм ғорурланыуын берләштереп булды, — тип һөйләне китапхананың матбуғат хеҙмәткәре Марина Чепикова.

Китапхана театрында француз телендә Клод Бирноның «Всего-то ничего» спектакленең премьераһы үтте. Урыҫ драма театры актеры Валерий Гриньков етәкселегендәге «Комильфо» театр-студия ҡатнашыусылары заманса донъяла үҫмергә нисек яраҡлашыу ауырлығын күрһәтте.

Китапхананың яңы ғына модернизацияланған залында Бөйөк Ватан һуғышы заманындағы формаларҙа һалдаттар хужалыҡ итте. Республика хәрби дан музейының күсмә экспозицияһы совет армияһының ҡоралдарына һәм атрибутикаһына арналғайны, хәрби припас өлгөләре, винтовкалар һәм автоматтар, айырма билдәләре һәм устав документтарының йыйынтыҡтары ҡарарға килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Экскурсиянан һуң фондтың тар коридорҙары буйлап, ә унда 900 меңләп китап һаҡлана, «Китапханалар төнөнә» килеүселәр чекистҡа «һорау алыуға» китеп эләкте. Формала етди егет һорауҙар бирҙе: «Һуңғы ваҡытта уҡыған китабығыҙҙың исеме нисек атала?», «Урыҫ классикаһына нисек ҡарайһығыҙ? Ә сит илдекенә?».

Милли китапхана махсус рәүештә саҡырған Анна һәм Сергей Литвинов, Анна Князева менән ижади осрашыу ваҡытында ихлас күңелдән һөйләшеү уҙҙы. Иң яҡшы һорауҙар өсөн уҡыусыларға билдәле авторҙарҙың автографтары менән китаптар тапшырылды.

«Өфө китапханалар ҡараңғылығында» Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, ҡайһы бер уҡыусылар менән бәйләнеш виртуаль режимда барҙы.