8 декабрь, Кесе йома

28 апрель 2014 йыл, 10:28

Рөстәм Хәмитов волонтерҙар менән Башҡортостанда ирекле хәрәкәттәрҙе үҫтереү перспективаларын тикшерҙе

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 25 апрелдә, эре халыҡ-ара ярыштар – Лондонда Олимпия, Ҡазанда Универсиада, Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпия уйындары, шулай уҡ Өфөлә уҙған VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары, йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты, йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, билбауҙа көрәш буйынса донъя Кубогы һәм башҡаларҙы үткәреүҙә ҡатнашҡан, волонтерҙар менән осрашты.

Осрашыу ошо көндәрҙә республиканың баш ҡалаһында барған «Волонтерҙар уйындары. Өфө. 2014» бөтә Рәсәй слеты сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университетының волонтерҙар үҙәгендә үтте.

Волонтерҙар Рөстәм Хәмитовҡа илдең төп старттарында үҙ эштәре тураһында һөйләне. Лондонда һәм Сочиҙа Олимпия волонтеры, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Трусова әйтеүенсә, Башҡортостандан 25 меңлек иреклеләр армияһы составында Сочиҙа 400 кеше ҡатнашты: 300 ярҙамсы Олимпияла һәм 100-ө – Паралимпияла.

Республика башлығы үҙ сиратында уларҙың хәрәкәтен күпме волонтер берләштергәне менән ҡыҙыҡһынды.

— 10 меңләп кеше, әлеге ваҡытта «Волонтерҙар эстафетаһы» проектын бойомға ашырабыҙ, ул ирекле хәрәкәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән, — тип яуапланы Алина Трусова.

Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, уларҙың иҫәбен арттырырға кәрәк. Волонтерҙар эшмәкәрлегенең өлкәһе икһеҙ-сикһеҙ – экологик мәсьәләләр, спорт тематикаһынан башлап хатта власть органдарына ярҙам итеүгә тиклем.

— Беҙгә иреклеләр бөтә ерҙә лә кәрәк. Волонтерлыҡ идеологияһын пропагандаларға кәрәк, — тип билдәләне республика Президенты. — Власть структураларының бурысы – һеҙгә ярҙам итеү.

Волонтерҙар Республика волонтерҙар үҙәге төҙөү инициативаһы менән сығыш яһаны.

— Әлеге ваҡытта мәктәптәр, ссуздар, вуздар базаһында волонтерҙар үҙәктәрен берләштереүсе берҙәм структура юҡ. Кешеләрҙе уҡытырға, сертификацияларға кәрәк. Миҫалға, Паралимпия уйындарында беҙҙең ун көнлөк уҡытыу булды, сөнки волонтер мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән аралашыу этикаһын белергә тейеш, — тине Алина Трусова.

Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы.

— Был үҙәкте нисек формалаштырыу, был өлөштә беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген уйларбыҙ. Һис шикһеҙ, ҙур булмаған сығымдар, ресурстар талап ителәсәк, әммә был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Волонтерҙарға мөрәжәғәт итеп, республика Президенты, «Йәш саҡта ла өлкәнәйгәс тә кешеләрҙең һәр саҡ артыҡ көсө бар, уны изге эштәргә бүлергә мөмкин. Һеҙ быны эшләйһегеҙ, һеҙ – шәпһегеҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт», тип билдәләне.

— Быға оҡшаш осрашыуҙар, әңгәмәләшеүҙәр үҙ эҙен ҡалдыра, шул иҫәптән бөгөн власта торған кешеләргә лә. Волонтерҙарҙың данлы эштәре тураһында гәзиттә уҡыу һәм телевизорҙа күреү ул бер эш, һеҙҙең менән аралашып, һеҙҙе күреп һәм ишетеп бөгөнгө көндә был хәрәкәттең кәрәклеген аңлау, ул икенсе эш. Был ярҙамға мохтаж кешеләргә һәм һеҙҙең үҙегеҙгә кәрәк, сөнки һеҙҙә ысынлап та изгелек, күңелдең юғары выжданлығы һәм матурлығы бар, — тине Рөстәм Хәмитов.

Сара һуңында Башҡортостан башлығы волонтерҙарға Сочиҙа Уйындарҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә өлөш индергәндәре өсөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козактың исеменән рәхмәт грамоталарын тапшырҙы.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, төбәк башлығы менән осрашыуҙа, Өфө иреклеләренән тыш, уларҙың Силәбенән, Краснодарҙан, Екатеринбургтан, Түбәнге Тагилдан, Түбәнге Каманан, Ҡазандан, Һамарҙан, Яңы Черкастан коллегалары ҡатнашты.