8 декабрь, Кесе йома

25 апрель 2014 йыл, 16:29

Дыуан районы «Мәҙәни баш ҡала» эстафетаһын ҡабул итергә әҙерләнә

автор: Ләйлә Аралбаева

Муниципаль берәмектәр араһында «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны үҙ темптарын тиҙләтә. 26 апрелдә Мәсетле районынан эстафетаны Дыуан районы ҡабул итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, марафон Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына арналған.

Дыуан районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Альфред Зиннуров әйтеүенсә, байрам сараларына старт 26 апрелдә 15 сәғәт 30 минутта биреләсәк һәм май уртаһына тиклем дауам итәсәк. Ауылдарҙа эстәлеге буйынса ҡыҙыҡлы һәм бай программалар әҙерләнә.

Дыуан ерендә марафондың төп ваҡиғаһы «Талант һәм илһам» мәҙәниәт учреждениеларының ижади коллективтары араһында художество үҙешмәкәрлек гала-концерты булып торасаҡ, ул Мәсәғүт ауылының Мәҙәниәт йортонда үтәсәк.

27 апрелдә Дыуан ауылы мәҙәниәт йортонда «Таланттар йәрминкәһе» халыҡ ижады күргәҙмәһе асыласаҡ.

28 апрелдә Мәсәғүт ауыл-ара киновидео селтәре район халҡына һәм абруйлы ҡунаҡтарға «Дыуан ере самородоктары» фильмын күрһәтәсәк, ә спорт мәктәбендә чемпиондар балы уҙасаҡ.

30 апрелдә район мәҙәниәт һарайында Балалар музыка мәктәбе «сәнғәт мөғжизәләрҙе тыуҙыра» программаһын әҙерләй.

1 майҙа спорт мәктәбе еңел атлетика эстафетаһын ойоштора, ә Таҙтүбә ауыл мәҙәниәт йорто ауыл халҡына «Совет кинолары йырҙары» ретро-программаһын тәҡдим итәсәк. Ярославка ауылы мәҙәниәт йортонда яҙ һәм хеҙмәт байрамын «Ритм» бейеү төркөмөнөң концерты менән билдәләйәсәктәр.

6 майҙа Иҫке Хәлил ауылы мәҙәниәт үҙәгендә «Шәжәрә» байрамында райондың ҡыҙыҡлы ғаиләләренең шәжәрәләре менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Еңеү байрамына Озеро ауылы мәҙәниәт йортонда «Йыр ҙа һуғышты» әҙәби-музыка сәғәте һәм район еңел атлетика йүгереүе арнала.

12 майҙа Михайловка ауылы мәҙәниәт йорто «Урыҫ халыҡ мәҙәниәте: сығанаҡтары» байрамына саҡыра. 14 майҙа Мәтәле ауылы мәҙәниәт йортонда художество үҙешмәкәрлеге хеҙмәткәрҙәренә һәм ҡатнашыусыларына арналған «Кешеләргә шатлыҡ өләшәбеҙ» сараһы үтәсәк.

Рухтин ауылы мәҙәниәт йорто 15 майҙа «Тормош буйлап мәҙәниәт менән» осрашыу кисәһен ойоштороу менән марафон программаһына үҙ өлөшөн индерәсәк. 15 майҙа «Урал-Тау» ауыл хужалығы предприятиеһы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн концерт уҙғарасаҡ.

16 майҙа дыуандар штандартты Әбйәлил районына тапшырасаҡ.