4 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2014 йыл, 15:56

Рөстәм Хәмитов Бюджеттың табыш өлөшөн арттырыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома Бюджеттың килемле потенциалын арттырыу һәм консолидацияланған бюджетты үтәүҙә хәүеф мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

— Бөгөн беҙгә бюджет сәйәсәтенә ҡағылған бер нисә мөһим мәсьәләне тикшерергә кәрәк, — тине үҙ телмәрендә Рөстәм Хәмитов. — Ул көнбайыш илдәре яғынан санкцияларға һәм Ватан иҡтисадының ысын секторында булған билдәле стагнацияларға ҡағыла. Быға ҡарамаҫтан, беренсе квартал йомғаҡтары буйынса тауарҙар әйләнеше һәм уларҙы тейәп ебәреү буйынса яҡшы үҫеш динамикаһына эйәбеҙ – 7 процент тиерлек, сәнәғәт етештереү күләмдәре шулай ҙа 2,5 процентҡа төшкән. Мартта кәмеү 4 процентҡа еткән. Төҙөлөштә эштәр күләме 14 процентҡа кәмегән. Килеп тыуған хәлдең бөтә мөмкин булған эҙемтәләрен ентекләп өйрәнергә тейешбеҙ. Ә әлегә тышҡы сауҙа әйләнеше өлөшөндә ғинуар-февраль плюс менән бара. Сауҙа һәм халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә үҫеш дауам итә, ә ул кешеләрҙең түләй алыу һәләтенә, етешлегенә дәлил. Әммә беҙ төрлө-төрлө сценарийҙарға әҙер булырға тейеш. Дөйөм алғанда республиканың консолидацияланған бюджетын үтәүҙә беренсе квартал яҡшы бара. Үҙ килемдәребеҙ менән тулыландырыу өлөшөндә беҙҙең күрһәткестәр уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ. Был килемдәр беренсе кварталда – 28 миллиард һумдан саҡ артығыраҡ, былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда ул 8,5 процентҡа күберәк. Рәсәйҙә үҫеш 8 процентҡа, Волга буйы федераль округында – 7 процентҡа тиң.

Һалым һәм һалымға ҡарамаған табыш үҫешенең темптары буйынса республика үҙ позицияһын Рәсәй Федерацияһы субъекттары рейтингында яҡшыртҡан: уҙған йылда беҙ 60-сы урында инек, быйыл – 32-селә.

Республика башлығы килемдәрҙе кәметеүгә юл ҡуймау кәрәклеген билдәләне.

— Бюджеттың сығымдары килем буйынса раҫланған пландан сығып иҫәпләнгән. Беҙҙә резервтар бар. Быйыл дәүләт милкен приватизациялау планы ҡайтанан ҡаралды. Әммә был средстволар, дәүләт займдары кеүек, тәү сиратта капитал һалыуҙарҙың үҫешен финанслауға китергә тейеш. Ағымдағы сығымдар тулы күләмдә һалым һәм һалымға ҡарамаған табыш менән тәьмин ителергә тейеш. Әлбиттә, ресурстар табыу өсөн сығым йөкләмәләрен оптимизациялауҙы үткәрәбеҙ. Әммә Президенттың майҙағы указдарын тормошҡа ашырыуға ғына быйыл бюджетта 20 миллиард һум самаһы етмәй. Шулай итеп, һеҙҙең менән беҙҙең нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк эштәр бар. Бөгөн хәүеф булған ҡайһы бер килем сығанаҡтарын тикшерәсәкбеҙ. Алкоголь продукцияһына һәм этил спиртына акциздар буйынса беренсе кварталға план тик 15,5 процентҡа үтәлгән. Һыраға акциздар буйынса – 19 процентҡа. Сәбәптәрҙе анализлап, тармаҡ вәкилдәренең фекерҙәрен, уларҙың быйылға баһалауҙарын һәм пландарҙы үтәүгә прогноздарын тыңлаясаҡбыҙ. Ермолаев спирт-араҡы комбинатының ябылыуы менән бәйле Көйөргәҙе районындағы хәлде тикшерәсәкбеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бюджетҡа штрафтарҙың инеү тәьминәте саралары тураһында республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигын тыңлаясаҡбыҙ, — тип йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.