10 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2014 йыл, 17:14

2014 йылда Салауат Юлаев проспектында 840 энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыс ҡуясаҡтар

автор: Розалия Вәлиева

Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында 2014 йылда 420 ябай яҡтыртҡысты 840 энергия һаҡлаусы яҡтыртҡысҡа алмаштырырға планлаштыралар, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

450 яҡтыртҡыс ҡуйылған да инде. Бынан тыш, бында кабель линияһын алмаштырырға планлаштыралар. Белгестәр билдәләүҙәренсә, яҡтыртҡыстарҙың иҫәбе артыуҙан ҡулланыласаҡ ҡеүәт артмаясаҡ.

Шулай уҡ 2014 йылда Бөрө трактында эштәр планлаштырылған: бында энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар менән таяуҙар ҡуялар, бөтәһе бергә 280 дана буласаҡ. Был объект буйынса бөтә эштәр 2014 йылдың июль аҙағына тамамланасаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, Өфөлә 2004-2013 йылдарҙа яҡтыртҡыс нөктәләренең иҫәбе ике тапҡырға артты: 28 меңдән 56,5 меңгә тиклем.