11 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2014 йыл, 14:26

Мәскәүҙә Башҡортостан студенттары мөфтөй Альбир Крганов менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡортостан студенттары менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының беренсе урынбаҫары, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, мөфтөй Альбир Кргановтың осрашыуы уҙҙы. Сараны «Дискурс» проекты сиктәрендә Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ойошторҙо.

Осрашыуҙа Альбир Крганов студенттарға Рәсәй дини тормошоноң күп аспекттары тураһында һөйләне, ҡайһы бер бәхәсле мәсьәләләрҙе аңлатты.

— Киҫкен хәбәрҙәр йүнәлешенең таралыу күҙлегенән сығып дини эшмәкәрҙәр менән быға оҡшаш осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Йәштәр менән эш алып барылырға тейеш, — тип үҙ тәъҫораттары менән уртаҡлашты Рәсәй дәүләт гуманитар университетының икенсе курс студенты Миләүшә Лоҡманова.

«Дискурс» проекты 2013 йылдан алып эшләй. Студенттар һәм аспиранттар алдында бер төркөм билдәле ғалимдар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсәт ғилеме белгестәре тарих, философия һәм сәйәси теорияһының көнүҙәк мәсьәләләренә фекер алышыуҙа акцент яһап сығыш яһаны. Атап әйткәндә, «Дискурста» Сергей Ҡара-Мырҙа, Борис Кагарлацкий, журналист Максим Шевченко һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре булды.