8 декабрь, Кесе йома

25 апрель 2014 йыл, 12:23

Республика башлығы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

24 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәне үткәреү өсөн Өфөнө һайлағандары рәхмәтен белдерҙе.

— Беҙ бында килдек, сөнки Башҡортостанда ҙур ыңғай ойоштороу тәжрибәһе тупланған. Көҙөн һайлауҙар үтәсәк, Рәсәй Федерацияһы субъекттары һеҙгә ҡарар тип иҫәп тотабыҙ, — тине Владимир Чуров.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығының әйтеүе буйынса, сентябрҙә үҙенең масштабтары буйынса ғәйәт ҙур эштәр тора, сөнки хәҙер уҡ 17 губернаторҙар кампанияһы. Икенселәй әйткәндә, Рәсәй Федерацияһының 17 субъектында башлыҡ һайлаясаҡтар. Шуға өҫтәп субъекттарҙың закондар сығарыу йыйылыштарына байтаҡ һайлауҙар, тағы ла бик күп муниципаль һайлауҙар һәм референдумдар бар. Былар барыһы ла берҙәм тауыш биреү көнөнә етәрлек буласаҡ. Уҙған берҙәм тауыш биреү көнөндә барлыҡ кимәлгә 120 меңдән ашыу кандидат дәғүә иткәйне. Быйыл унан да күберәк булыуы ихтимал.

Рөстәм Хәмитов РФ Үҙәк һайлау комиссияһының эшмәкәрлеген даими камиллашыусы булараҡ билдәләне.

— һеҙгә ни тиклем ауыр һәм яуаплы бурыстар йөкмәтелгәнен беләбеҙ. Уларҙы хәл итеүгә нисек етди ҡарағанығыҙҙы беләбеҙ. Һайлау системаһының камиллашыуын аңлайым: яңылыҡтар, ҡануниәтте үҙгәртеүҙәр. Кешеләрҙе өйрәтергә, улар үҙгәрештәрҙе аңлаһын өсөн быға даими йәлеп итергә кәрәк. Был өлөштә беҙ – һеҙҙең ярҙамсыларығыҙ, — тине республика башлығы.