3 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2014 йыл, 11:50

Өфө ҡала Советы депутаты Ҡырым халҡына миллион һум күсерҙе

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө ҡала Советы депутаттары Ҡырым халҡына ярҙам итергә булды һәм гуманитар ярҙам ебәрә башланы. Үткән көндәрҙә уларҙан беренсе булып ҡырымдарға финанс ярҙамын Филүс Ишбулатов күсерҙе. Сумма бәләкәйҙән түгел – миллион һум, тип хәбәр итә ҡала Советының матбуғат хеҙмәте.

Филүс Ишбулатов – төҙөүсе, «Ағиҙел-ИнвестСтрой» инвестиция-төҙөлөш компанияһы менән идара итә. Ҡаланың депутаттар корпусында өсөнсө йыл эшләй.

— Аҡсаны былай ғына ебәрҙем, сөнки кешеләр мохтажлыҡ кисергәндә ситтә ҡала алмайым, — тип аңлатты үҙ эшен депутат. — Ҡырым халҡының хәҙер иң кәрәкле нәмәләре юҡ. Хатта эсергә яраҡлы һыуҙары ла юҡ. Ә унда бит балалар, ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар. Бөтәһе лә улар яңы ғына ҡулдарында илебеҙҙең флагын тотоп үҙ хоҡуҡтарын яҡланы. Улар беҙгә ышанды. Һәм беҙ уларҙы ташлай алмайбыҙ.

Депутаттың әйтеүе буйынса, уның һөнәри ихтыяждары өлкәһенә тотош Ҡырым да, Башҡортостанға беркетелгән Белогорск районы ла инмәй. Тимәк эш хеҙмәттәшлеге перспективалары менән күрһәтелгән ярҙам бер нисек тә бәйле түгел.

— Беҙҙең компания унда эшләргә планлаштырмай. Ярҙам итеү – башҡа эш. Быны ғәҙәти тип иҫәпләйем. Мәрхәмәтлелек бойондороҡһоҙ һәм эскерһеҙ булырға тейеш, — тине Филүс Ишбулатов.

Ҡырым халҡына аҡса күсереү өсөн иҫәп Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса асылды. Әлеге ваҡытта унда дөйөм алғанда 29 миллион һумлап йыйылды. Аҡсаны республика халҡы һәм предприятиелары күсерә.

Республикала шулай уҡ Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса штаб ойошторолған. 27 мартта һәм 23 апрелдә Башҡортостандан Ҡырымға гуманитар йөк менән автоҡарауандар оҙатылды.