4 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2014 йыл, 11:11

Рөстәм Хәмитов: «Республика һайлаусылары ғәҙел консерватизм, ҡарарҙарҙың уйлап эшләүҙәре менән айырыла»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— Республика һайлаусылары ғәҙел консерватизм, ҡарарҙарҙың уйлап эшләүҙәре менән айырыла. Һәм ул төбәктә мөһим стабилләштереүсе фактор булып тора, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә кесе йома, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәлә сығыш яһап.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Владимир Чуров рәйеслегендәге ике округтың һайлауҙарҙы ойоштороусылары 2014 йылдың 14 сентябрендә Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса һайлау комиссияларының бурыстарын билдәләй.

Башҡортостан Президенты әйтеүе буйынса, республикала сәйәси әүҙемлек юғары. Сәйәси партияларҙың 55 төбәк бүлексәһе теркәлгән.

— Кешеләр йәмәғәт тормошонда, сәйәси бәхәстәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ошондай майҙансыҡ булып һайлауҙар тора. Тап һайлауҙар илдең һәм төбәктең сәйәси курсын билдәләй.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөтә һайлау кампаниялары ла республикала берҙәм, аныҡ уҙғарыла.

Башҡортостан Президенты Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы кимәлендә тикшерергә кәрәк мәсьәләләрҙе билдәләне.

— Һайлауҙарҙа ҡатнашыусы сәйәси партиялар өсөн планканы юғарыраҡ күтәрергә кәрәк. Улар сәйәси процестарҙа ҡатнашырға, ысын сәйәси көстәрҙе күрһәтергә тейеш, әммә һайлауҙан һайлауға тиклем эшләүсе түгел, һайлауҙар араһында эшләүсе, — тип инициатива менән сығыш яһаны Башҡортостан Президенты. — Ҡайһы бер партиялар һайлауҙарҙан һуң сәйәси офоҡтан юғалды. Партия – ул һайларҙарҙа ҡатнашыу өсөн генә кәрәкле инструмент түгел.

Һайлауҙарҙы техник оҙатыуҙы артабан да яҡшыртыу тураһында мәсьәлә тикшереүҙе талап итә. Бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеүҙә, ойлайн-трансляцияла, башҡа техник яңылыҡтарҙа инновациялар барлыҡҡа килә. Шуға күрә, республика башлығы әйтеүенсә, һайлау процесында техник оҙатыу мәсьәләләренең хоҡуҡи нигеҙен көйләү тураһында уйларға кәрәк. Мәҫәлән, билдәле бер стандарттар әҙерләргә.

темалар: бр президенты