Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө районын Вилорий Угаров етәкләне

Сәйәсәт

БР Өфө муниципаль районы Советы ҡарары менән район хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Вилорий Угаров тәғәйенләнде.

Вилорий Угаров 1964 йылдың 30 октябрендә Өфөлә тыуған. Белеме юғары – Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған, иҡтисадсы квалификацияһына эйә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә программа менән идара итеү станоктарын көйләүсе булып башлай. Төрлө йылдарҙа баш бухгалтер, шул иҫәптән «Дмитриев» совхоз-заводында эшләй. 2000 йылдан алып 2004-кә тиклем Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2005-2007 йылдарҙа – Өфө районы хакимиәтенең иҡтисад һәм прогнозлау бүлеге начальнигы вазифаларын биләй. 2007 йылдан алып 2014 йылдың мартына тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. 2014 йылдың мартынан алып әлегә тиклем – Өфө районы хакимиәте башлығының инвестициялар һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы исеменә эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть