3 декабрь, Шәмбе

24 апрель 2014 йыл, 17:15

Ҡырым менән Башҡортостан уҡыусыларын телекүпер тоташтырҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Күмертауҙа урындағы 1-се гимназия һәм Ҡырым Республикаһының Щёлкино ҡалаһы 1-се мәктәп-интернаты араһында телекүпер ойошторолдо. Щёлкино урынлашҡан Ҡырымдың Ленин районы Башҡортостандың шефлыҡҡа алынған Белогорск районы менән туғандаш.

Әңгәмәнең төп илһамландырыусыһы – Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Күмертауҙың 1-се гимназия директоры урынбаҫары Максим Пержинский. Уның башланғысын хуплаусы гимназистар республика, ҡала, мәктәп тураһында сығыштар әҙерләне. Уҡыусылар бер-береһенә әҙерләгән һорауҙар тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылды: мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, мәктәптә белем алыу, шөғөлдәр.

Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, әңгәмә дуҫтарса мөнәсәбәттә уҙҙы. Телекүпер хеҙмәттәшлекте дауам итергә вәғәҙә биреү менән тамамланды.

Билдәләп үтергә кәрәк, был аҙнала Күмертау гимназияһында Ҡырым менән Рәсәйҙең ҡушылыу темаһына асыҡ дәрестәр циклы уҙҙы. Быға оҡшаш класс сәғәттәре хәҙер республиканың бөтә белем биреү учреждениеларында үтә.