Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Рәсәй Президентының майҙағы указдарын үтәү 100 процент менән тиерлек бара

Сәйәсәт

— Башҡортостан – Рәсәй Президентының майҙағы указдарын үтәү 100 процент менән тиерлек барған күп булмаған төбәктәрҙең береһе. Эш хаҡы указдар менән билдәләнгән һәм унан саҡ юғары темптар менән бара, балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөйбөҙ, — тине Башҡортостан Президенты, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәлә сығыш яһап. —  Былар барыһы ла демографик күрһәткестәрҙә ыңғай сағылыш таба. Республикала 60 меңләп бала тыуҙы.

Рөстәм Хәмитов ике көнлөк форумдың ҡатнашыусыларын республиканың ижтимағи-сәйәси иҡтисади хәле менән таныштырҙы.

— Яҡшы эшләйбеҙ, тип көрсөк күренештәре беҙгә лә килеп етте. 2014 йылдың беренсе кварталын бер ярым процентҡа кәмеү менән эшләнек, әммә икенсе-өсөнсө кварталдарҙа ҡаплаясаҡбыҙ.

— Торлаҡты сафҡа индереү буйынса яҡшы эшләнек. 2013 йылда Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләнек. 2,5 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ индерҙек, — тине республика башлығы.

Уҙған йылда инвестиция ресурстарының күләме, 270 миллиард һумға тиерлек етеп, һигеҙ процентҡа артты.

Рөстәм Хәмитов, киләһе йылда Өфөлә эре халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарыласаҡ, тип һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть