Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәсетле районы «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» эстафетаһын ҡабул итә

Мәҙәниәт

Мәҙәниәт йылына арналған, «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны эстафетаһы 25 апрелдә Мәсетле районына барып етәсәк.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгө сәғәт икелә мәсетлеләр тантаналы рәүештә сиктә Балаҡатай районы делегацияһын ҡаршы аласаҡ. Иң тәүҙә ҡунаҡтарҙы 2013 йылда асылған моделле китапхана менән таныштырасаҡтар. Тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында ҡунаҡтарға Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының биҙәү-ҡулланма сәнғәт экспозицияһын ҡарарға тәҡдим итәсәктәр.

Төп байрам ваҡиғалары Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында ойоштороласаҡ. Майҙандың бөтә киңлеген ауыл оҫталарының күргәҙмәһе биҙәйәсәк. Майҙанда Мәсетле районында йәшәүсе халыҡтарҙың йолалары тәҡдим ителәсәк. Башҡорт тирмәһендә «ҡатыҡ ашау» йолаһын, урыҫ өйөндә – «пасха йолаһын», татар йортонда – күмәкләп ҡаҙ йолҡоу менән бәйле, көҙгө «ҡаҙ өмәһен» күрһәтәсәктәр.

Балаҡатай районынан Мәсетлегә марафон штандартын рәсми биреү тантанаһы 16 сәғәттә башланасаҡ. Программаны ике райондың художество үҙешмәкәрлек концерты дауам итәсәк.

Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фуат Ғәләүетдиновтың мәғлүмәттәренә ярашлы, Мәсетле районында, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына арналған, саралар икенсе аҙна бара. Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығына арналған, иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә конкурс, мәктәпкәсә һәм белем биреү учреждениелары араһында «Киләсәк йондоҙҙары» район конкурсы дауам итә.

Марафон эстафетаһын 26 апрелдә Дыуан районы ҡабул итергә әҙерләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть