7 декабрь, Шаршамбы

24 апрель 2014 йыл, 15:34

Республика Президенты: «Бөгөн бөтә власть кимәлдәренән социаль тотороҡлоҡто һаҡлау талап ителә»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәлә сығыш яһаны. Ике көнлөк форумдың эше бөгөн, 24 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Владимир Чуров рәйеслегендә башланды.

— Бөгөн бөтә власть кимәлдәренән социаль тотороҡлоҡто һаҡлау, сәйәси көстәр, власть органдары һәм гражданлыҡ йәмғиәте араһында конструктив диалогтың үҫеше талап ителә. Был эштә ҙур яуаплылыҡ һайлау комиссиялары ағзаларында ята. Һеҙ үҙ илебеҙ менән идара итеүҙә ҡатнашыуҙа кешеләрҙең конституция хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәһегеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты, власты легитимизациялау органдары булып торған, һайлау комиссиялары ағзаларының яуаплылығын билдәләне.

Рөстәм Хәмитов, Украинала килеп сыҡҡан, ябай булмаған хәлгә баһа бирҙе һәм Ҡырымға үҙ сәфәренең яҡынса йомғаҡтары менән уртаҡлашты.

— Белогорск районы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, әммә иң мөһиме – кешеләр, райондың активтары менән осраштыҡ. Белогорск халҡы беҙҙең Рәсәй власын юғары кимәлдә ҡабул итә, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Кешеләр дәртле, изгелекле, ихлас, беҙгә ҡарата асыҡ. Властың был йылдарҙа кешеләргә күпте бирмәгәне күренеп тора.

Башҡортостан Президенты, Белогорск районы ғәҙәти һыу тәьминәтен мәхрүм ителгән, газ, юл юҡ, ҡырым татарҙары менән бәйле бик күп мәсьәләләр бар, тип һөйләне.

Ҡырым менән хәл, Президент әйтеүе буйынса, киләһене раҫлай: «әгәр власть кешеләр менән эшләмәһә, мәсьәләләренә иғтибар итмәһә, әлбиттә, бындай власть кәрәкмәй. Ул унан айырыла».