9 декабрь, Йома

24 апрель 2014 йыл, 14:51

Төбәктә арҙаҡлы яҙыусылар һәм шағирҙарҙың юбилейҙарын билдәләйәсәктәр

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте БР Яҙыусылар союзының 2014 йылда республиканың билдәле яҙыусылары һәм шағирҙарының юбилейлы даталарын байрам итеү тураһында тәҡдимде хупланы. Әҙәби саралар А.И.Харисов, Т.Х.Ғирфанов, М.Ш.Сиражетдинов, М.И.Илбаев, А.М.Сөләйманов, Р.Г.Зәғиҙуллин, Р.Ф.Мифтахов, Р.З.Хажиев, Г.Г.Шафиҡов, Ф.С.Суфиаров, С.М.Ғәбиҙуллин, Р.Х.Сәғитов, А.Р.Юлдашбаев, Т.С.Дәүләтбирҙинаның юбилейҙары айҡанлы уҙасаҡ.

Яҙыусылар союзына тантаналарҙы Туймазы, Ейәнсура, Бөрйән, Балтас, Ғафури, Ишембай, Мәсетле, Яңауыл һәм Хәйбулла хакимиәттәре менән берлектә үткәрергә кәңәш ителде.

БР Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы китапханаларҙа, мәктәптәрҙә, вуздарҙа һәм ссуздарҙа юғарыла һанап үтелгән шәхестәрҙең тормошона һәм ижадына арналған әҙәби кисәләр, тематик дәрестәр, уҡыу конференциялары, күргәҙмәләр уҙасаҡ.