7 декабрь, Шаршамбы

24 апрель 2014 йыл, 13:54

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: "Башинформ"

23 апрелдә Симферополдә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы араһында сауҙа-иҡтисад, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документты ҡул тамғалары менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ҡырым Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Министрҙар Советы Рәйесе Сергей Аксёнов беркеттеләр.

Килешеүгә ярашлы Башҡортостан һәм Ҡырым араһында эш һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙың төп формалары билдәләнде. Был профилле йүнәлештәр буйынса килешеүҙәр төҙөү, делегациялар менән алмашыу, ойоштороу һәм йәмәғәт структураларын булдырыу: комиссиялар, эшсе төркөмдәр, эксперт советтары.

Шулай уҡ БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ҡырым Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Рөстәм Хәмитов, республика Ҡырым менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу буйынса эшкә «абсолют системалы» тотондо, тип билдәләне. Ҡырымда республиканың вәкиллеге ойошторолдо, Өфөлә штабтар эшләй. Был эшкә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов яуаплы.

Иң мөһиме райондың яңы иҡтисади базаһы барлыҡҡа килеүен теләйбеҙ. Инвестициялар килһен, иҡтисад аяҡҡа баҫһын, ауыл хужалығы эшләһен өсөн. Был йүнәлештә оҙаҡ, һөҙөмтәле, бергәләп эшләргә күҙаллайбыҙ. Башҡортостан Республикаһында был хәлде февраль-мартта ҙур энтузиазм менән ҡабул иттеләр. Беҙҙә кешеләр митингҡа сыҡты, хупланы, телеграммалар булды, Ҡырымға ярҙам фонды ойошторолдо, унда байтаҡ аҡса йыйылған. Ҡайҙа Башҡортостан, унда һәр ваҡыт яҡшы, ышаныслы, системалы, ҡеүәтле эш буласаҡ. Ҡырым һәм Белогорск районы халҡы, ысын дуҫтар һәр саҡта һәм һәр нәмәлә ярҙам итеүен һиҙһен өсөн, бөтә мөмкинлектәребеҙҙе һәм хатта мөмкинлектәребеҙҙән тыш көсөбөҙҙө лә йәлеп итәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. Өфөлә яңыраҡ «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашыу барышында Белогорск районына газ үткәреү һәм республиканың газофикациялау менән шөғөлләнеүе тураһында килешеү ирешелгән, тип билдәләне. Ә Белогорск районы башлығы Константин Луговик менән дөйөм, яҡшы, ҙур һабантуй үткәрергә килешелгән. «Быны ла эшләйәсәкбеҙ, ойошторасаҡбыҙ. Мотлаҡ рәүештә беҙҙең музыканттар, артистар, йырсылар киләсәк». Республика шулай уҡ «Өфө — Симферополь» рейсын асырға планлаштыра.

Сергей Аксёнов Башҡортостанға Ҡырымда алып барған эше, Белогорск районына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.

— Ысынында, беҙ бөгөн беренсе тапҡыр осрашабыҙ, әммә хәҙер уҡ изге эштәр бар. Ҡырымдар бының өсөн бик рәхмәтле. Был һис икеләнеүһеҙ. Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарына күсеү осоронда ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Ярҙамығыҙҙы хөрмәт итәбеҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, — тине Сергей Аксенов. Ҡырым халҡы Башҡортостан Республикаһы вәкилдәрен Ҡырымда күрергә һәр саҡ шат булыуҙарын билдәләне ул.

— Беҙ бөтә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә әҙер. Һеҙҙә яҡшы булғанды ҡабул итергә һәм үҙебеҙҙеке менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Был процесс беҙҙең Рәсәй Федерацияһы субъекттарына, граждандарыбыҙға файҙаға булыр тип ышанам. Хеҙмәттәшлегебеҙ яҡын ваҡыт эсендә уңыштар бирер тип ышанам. Беҙҙең район дәүләт хакимиәте һорауҙарына һеҙҙең яуап биреү тиҙлеге, һеҙҙең бик конструктив ниәтләнеүегеҙҙе күрһәтә. Шуның өсөн беҙ тағы ла бер тапҡыр баш эйәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ҡырым Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.