6 декабрь, Шишәмбе

24 апрель 2014 йыл, 12:39

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың рәсми делегацияһы етәкселегендә Ҡырым Республикаһында булды

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

23 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми делегация етәкселегендә Ҡырым Республикаһында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Сәфәр барышында республика башлығы Симферополдә Ҡырым Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Министрҙар Советы Рәйесе Сергей Аксёнов, республиканың Министрҙар Советы ағзалары менән осрашты һәм Белогорск районында булды, унда ул территорияның социаль-иҡтисади торошо менән танышты.

Белогорскта республика етәксеһе үҙәк район дауаханаһында булды. Сәләмәтләндереү учреждениеһының биналар комплексы капиталь ремонтты, һыу үткәргес, канализация һәм йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыуҙы талап итә. Булған барлыҡ медицина аппаратуралары иҫкергән. Юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Белогорсктан пациенттарҙы Симферополгә юллайҙар.

Табиптарҙың уртаса эш хаҡы алты мең тәшкил итә, кесе медицина персоналдарының – 4200 һум. Кадрҙар менән комплектлаштырыу – 96 процент. Баш табип Любовь Рудых әйтеүе буйынса, 2003 йылдан алып дауахана ихтыяждарҙан 30 процентҡа финанслана, аҡса эш хаҡын биреүгә һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә генә етә.

Һуңынан Рөстәм Хәмитов Кирилл Щёлкин исемендәге гимназия-интернатҡа барҙы. Бина капиталь ремонтҡа мохтаж. Белем биреү учреждениеһында 817 бала белем ала.

Артабан БР Президенты Белогорск тарих-крайҙы өйрәнеү музейында булды. Учреждениела тере тәбиғәт, этнография, заманса сәнғәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихы бүлектәре бар. Һаҡлағыстың фонды өс мең самаһы берәмек тәшкил итә. Шунан һуң Башҡортостан Президенты район мәҙәниәт йортона барҙы, ул шулай уҡ капиталь ремонтлауҙы талап итә, музыка мәктәбен, яңы мәсет төҙөлә башлаған майҙансыҡты ҡараны.

Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Белогорск районы халҡы менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте һәм Белогорск районы дәүләт хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында Протоколға ҡул ҡуйылды. Документты БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов һәм район хакимиәте башлығы Константин Луговик беркеттеләр. Протоколда Белогорск районының социаль инфраструктураһын нығытыу буйынса бурыстар яҙылған.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төп маҡсат булып район инфраструктураһын йылытыу миҙгеленә әҙерләү билдәләнгән. Бынан тыш, Башҡортостан Белогорск районы халҡын авария хәлендәге йорттарҙан күсереү һәм туҙған йорттарҙы һүтеү мәсьәләләрендә булышлыҡ итәсәк.

Шефлыҡ ярҙамын күрһәтеү буйынса эште көйләү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив штаб ойошторолдо, уны Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков етәкләне.