2 декабрь, Йома

24 апрель 2014 йыл, 11:28

Башҡортостан Президенты Хакимиәте Өфө районында күсмә ҡабул итеү ойошторҙо

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Хакимиәте Өфө районының Дмитриевка ауылында граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙе үткәрҙе. Ике сәғәт эсендә белгестәргә бөтәһе 40-тан ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Бөтәһе лә Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов етәкселегендәге бер төркөм министрлыҡ һәм ведомство белгестәренән грамоталы консультация һәм ярҙам алды.

— Өфө районы буйынса мәсьәләләр бар, сөнки ул Башҡортостандың баш ҡалаһы биҫтәһе. Төҙөкләндереү, инженер коммуникацияларын төҙөү, ер бүлеү өлөшөндә хәлдәр ябайҙан түгел. Шуның өсөн халыҡтың үҙенән ысын хәлде белеү өсөн махсус күсмә ҡабул итеүҙе ойошторорға булдыҡ, — тип аңлатты БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары.

Халыҡ өсөн уртаҡ мәсьәләне – балалар баҡсаһына сиратты мәктәпкәсә учреждение мөдире ишеттерҙе. Әлеге ваҡытта 700-ләп ғаилә балаларын балалар баҡсаһына урынлаштырырға тырыша.

Рәмил Дилмөхәмәтов урындағы властың был мәсьәләне хәл итеү өсөн күргән саралары менән ҡыҙыҡһынды. Балалар баҡсаһы өсөн ауыл биләмәһендә урын барлығы асыҡланды, хәҙер ауыл биләмәһе балалар баҡсаһы төҙөлөшөн Республика адреслы инвестиция программаһын индерергә маташа.

Президент Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары ер бүлеүҙе тамамларға, типовой проект һайларға ҡушты, ә төҙөлөштө финанслау мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ контроленә алды. Шул уҡ ваҡытта, ағымдағы ремонт мәсьәләләрен хәл итеүгә урындағы депутаттарҙы ла әүҙем йәлеп итергә, муниципалитеттың маҡсатлы социаль программалар фондын ойошторорға кәрәклеге билдәләнде.

Уртаҡ проблема булып ауылда поликлиника төҙөлөшө ҡала. Әлеге ваҡытта ике ҡатлы бинаның ҡыйығы ябылған, әммә эштәр тағы ла туҡтаған.

Рәмил Дилмөхәмәтов, төбәк властары төҙөлөштө тамамларға әҙер, тип билдәләне. Төҙөлөп бөтмәгән бинаны рәсмиләштергәндән һәм уны ауыл биләмәһе балансына күсергәндән һуң, социаль объект төҙөлөшө тамамланасаҡ.

Ҡабул итеү барышында бер нисә тапҡыр тәбиғәт экологияһының насарайыуына, межалау, льготалы граждандар категорияһына ер биреү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Белгестәр һәр айырым осраҡта хәлде асыҡланы.

— Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса республиканың ауыл биләмәләрендә күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторабыҙ. Өҫтәүенә кешеләрҙең проблемаларын бөтә йүнәлеш буйынса тотош бер төркөм белгестәр хәл итә. Дмитриевкаға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре килде, — тине, ҡабул итеүҙең йомғаҡтарына комментирий биреп, Рәмил Дилмөхәмәтов. — Был объектив яуап биреү, мәсьәләне аныҡ хәл итеү өсөн эшләнә. Мөрәжәғәттәр шулай уҡ Президент Хакимиәтенә килә, әммә граждандар менән осрашыу ваҡытында хәлде юлға һалыу өсөн күберәк нәмәләр эшләнә. Шуға күрә күсмә ҡабул итеүҙәр беҙгә лә, республика халҡына ла файҙалы.