6 декабрь, Шишәмбе

24 апрель 2014 йыл, 10:13

2014 йылда Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға 1,6 миллиард һум йүнәлтелген

автор: Розалия Вәлиева

2014 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү өсөн 1,6 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 1,1 миллиард һум. Был хаҡта яҙғы ауыл хужалығы эштәре мәсьәләләре буйынса район башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмә барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев хәбәр итте.

Быйыл аграрийҙар баҫыу эштәренә уҙған йыл менән сағыштырмаса бер аҙға һуңыраҡ тотона.

Быйыл яҙғы сәсеүҙе 2055 мең гектар майҙанда башҡараһы бар, уларҙан 1260 мең гектарҙы иген баҫыуҙары биләйәсәк. Ужым культураларының хәле быйыл, былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ – сәселгән майҙандарҙың 93 проценты «яҡшы» (512 мең гектарға) булараҡ баһалана. Тупраҡтың температура режимы бөтә культураларҙы ла сәсә башларға мөмкинлек бирә.

— Амбициялы бурыс ҡуябыҙ – 2017 йылға ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләмен 25 процентҡа арттырыу. Шуға күрә беҙгә үҫемлекселектә яҡшы һөҙөмтә алыу мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эрнст Исаев. – Бының өсөн мөмкин тиклем яҡшы һауа торошон файҙаланырға, тиҙ һәм сифатлы сәсергә, сәсеүлектәрҙе комплекслы ҡарарға, ҡоро һәм һутлы аҙыҡтарҙың, фураж игененең запасын әҙерләргә кәрәк. Ауыл хужалығы предприятиеларында малдарҙы максималь рәүештә аҙыҡ менән тәьмин итергә.

Белгестәрҙең баһалауҙары буйынса, малдарҙы ҡышлатыу уңышлы үтте. Эрнст Исаев фекерләүенсә, малсылыҡтың һөҙөмтәлелегендә ҙур ролде фермер хужалыҡтары уйнаны. 2013 йылдың беренсе кварталы менән сағыштырмаса фермер хужалыҡтары иҫәбенә һөт етештереү һәм малдың продуктлылығында кәмеү булманы. Фермер хужалыҡтары эре мөгөҙлө малдарҙың һанын 112 процентҡа һәм һөт производствоһын 114 процентҡа арттырҙы. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар мал башын кәметеүҙе дауам итә һәм тейешенсә һөт етештереүҙе лә (ауыл хужалығы предприятиелары беренсе кварталда 5,1 процента, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар 0,8 процентҡа кәметте).

Янғын хәүефе осоро алдынан вице-премьер янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар иткәндәре өсөн хакимиәт башлыҡтарының шәхси яуаплылығына иғтибар итте.

— Ауыл хужалығы үрте – тулыһынса урындағы үҙидара органдары яуаплылығында. Ҡағиҙә боҙоусыларға тәьҫир итеүсе инструменттар бар. Эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы өсөн яуаплылыҡты аңларға кәрәк, – тип билдәләне вице-премьер

Баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары темаһына айырым ҡағылдылар. Инвентаризация йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың 53 мең гектар территорияһынан 9 мең гектарҙан ашыу урман һыҙаттары майҙанында санитар ағас киҫеүҙе үткәрергә кәрәк. Бынан тыш тотош урман һыҙаттарын киҫергә кәрәк — 1,2 мең гектарҙа. 2013 йылдың көҙөндә ҡоро, ауырыу һәм оҙаҡ торған ағастарҙы йыя башланылар. Эштәр 1,7 мең гектарҙа башҡарылған.

темалар: ауыл хужалығы