Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Чуров Өфөлә кәңәшмәлә Берҙәм тауыш биреү көнөнә бурыстарҙы билдәләйәсәк

Сәйәсәт

Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмә Өфөлә 24 апрелдә асыласаҡ. Форум Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Владимир Чуров рәйеслегендә үтәсәк. Һайлауҙарҙы ойоштороусылар 2014 йылдың 14 сентябрендә Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы берҙәм тауыш биреү органдарына һайлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса һайлау комиссияларының бурыстарын билдәләйәсәк.

Ике көнлөк форумдың программаһында – берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса һайлау комиссияларының бурыстарын тикшереү, һайлау комиссиялары рәйестәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы буйынса пленар ултырыш һәм башҡалар.

Түңәрәк өҫтәл форматында ултырыш һәм Өфөнөң территориаль һайлау комиссияларының береһендә практик дәрес планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть