9 декабрь, Йома

23 апрель 2014 йыл, 15:08

Башҡортостан спорты Ҡырымдыҡына ярҙам итәсәк

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм уның урынбаҫары Алексей Новиков Ҡырымдың Белогорск районында булды.

Сәфәр сиктәрендә министр спорт инфраструктураһы менән танышты, йәштәр һәм спорт йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты, спорт комитеттарының эшен өйрәнде.

— Беҙ 20 ауыл биләмәһендә булдыҡ, 78 объектты, уларҙан 38 яҫы ҡоролманы (ҡапҡалар менән полены һәм дөйөм физкультура тәғәйенләнешендәге майҙансыҡтарҙы), мәктәптәр һәм мәҙәниәт һарайҙары ҡарамағындағы 36 спорт залын, дүрт стадионды, «Баланово» ял базаһын, Белогорсктың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен ҡараныҡ, — тип һөйләне спорт ведомствоһы етәксеһе. — Объекттар менән оҙаҡ ваҡыт файҙаланалар һәм улар бик ныҡ туҙған. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре тейешле техник торошҡа килтереү өсөн етди капиталь һалыуҙарҙы талап итә. Булған спорт мәктәбен нығытырға, шулай спорт төрҙәрен үҫтерергә кәрәк. Сөнки районда уларҙың үҫеше өсөн потенциал бар. Атап әйткәндә, Белогорьела һыу спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн бер нисә һыуһаҡлағысы бар. Буран-Кая тәбиғи ыҙан эргәһендә төрлө ауырлыҡ кимәлендә маршруттар бар, уларҙы спорт туризмында ҡулланырға була. «Баланово» ял базаһында киләсәктә күнекмә сборҙары ваҡытында спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкин, — тип билдәләне Андрей Иванюта.

Сәфәр йомғаҡтары буйынса яҡтар БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Белогорск районы дәүләт хакимиәте араһында партнерлыҡ килешеүен төҙөү тураһында килеште.