Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Ҡырымға гуманитар ярҙам менән икенсе колоннаны ебәрҙе

Йәмғиәт

Шаршамбы, 23 апрелдә, Башҡортостандан Ҡырымға гуманитар йөк менән иҫәп буйынса икенсе колонна оҙатылды. Ике фура республиканың шефлыҡҡа алынған Белогорск районына аҙыҡ-түлек, беренсе кәрәк-яраҡ предметтарын, шулай уҡ мәктәптәр өсөн оргтехника, шул иҫәптән интерактив компьютерлы класс, музыка ҡоралдары, музей ҡорамалдары алып китте.

Колонна Дуҫлыҡ монументы алдынан ҡуҙғалды.

— Икенсе һанлы автомобилдәр ҡарауаны ҙур байрам – Еңеү көнө алдынан китә. Бойондороҡһоҙ Украина һәм Ҡырымдың 23 йыл йәшәү ваҡытында уның составында был байрам тураһында онотолар. Ветерандарҙы, һәләк булған һалдаттарҙың тол ҡатындарын оноталар. Был ҡарауанда Белогорсктың һуғыш ветерандарына һәм һәләк булған һалдат һәм офицерҙарҙың тол ҡатындарына бүләктәр алып барабыҙ. Бөгөнгө көнгә унда 1401 кеше йәшәй. Ул хәтер, хөрмәт көнө. Ни тиһәң дә, быйыл Ҡырымды фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙең 70 йылы билдәләнә, — тип һөйләне БР Хөкүмәте матбуғат секретары Павел Самойлин.

Шулай уҡ Белогорск районына ашығыс ярҙам машинаһы, мәктәп автобусы һәм «Газель» микроавтобусы бирелә.

Бының менән ярҙам күрһәтеү тамамланмай. Артабан йөктәр Ҡырым халҡының һәм ойошмаларҙың ихтыяждарына ярашлы йыйыласаҡ.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Берләшкән депутаттар төркөмө» рәйесе Заһир Хәкимов, Ҡырымдың Рәсәй менән берләшеү процесы – ул географик сиктәрҙе киңәйтеү генә түгел, ә Рәсәйҙең терелеү процесы, тип иҫәпләй.

— Башҡортостан парламенты депутаттары был акцияға ярҙам итергә булды һәм үҙ өлөшөн индерҙе. Беҙ Белогорск районы мәктәптәренең береһенә «ГАЗель» алдыҡ, — тип асыҡланы Заһир Хәкимов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 75 тонналыҡ гуманитар йөк менән беренсе колонна Башҡортостандан Симферополгә 27 мартта алып барылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть