9 декабрь, Йома

23 апрель 2014 йыл, 12:51

Аграрийҙар Белогорск районында булды

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырым Республикаһының шефлыҡҡа алынған төбәгенә Белогорск районына барҙы. БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко етәкселегендәге, делегация составында республика Хөкүмәтенең агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәтте һаҡлау департаменты, ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, Ветеринария идаралығы, «Үҙәк» машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселәре булды.

Эш сәфәре сиктәрендә Ҡырымдың аграр һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте министры, Белогорск районы хакимиәте башлығы менән осрашыу үтте. Делегаттар муниципалитеттың ауыл хужалығы ойошмаларында һәм фермер хужалыҡтарында булды. Һөйләшеүҙәр барышында Белогорск аграрийҙарының бер төркөм киҫкен проблемалары билдәләнде, улар араһында яғыулыҡ-майлау материалдары, иген урып-йыйыу комбайндары, шулай уҡ иген урыу ваҡытында кәрәкле запас частары етмәй. Бында урып-йыйыу эштәре июндә уҡ башлана. Белогорскҡа шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттар, тоҡомло башмаҡтар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары талап ителә. Район вәкилдәре баҡсасылыҡты һәм урындағы эфир майҙары предприятиеһын тергеҙеү, машина-техник станциялар булдырыу өсөн инвесторҙар эҙләүҙә лә ярҙам һораны.

Ҡырымдың аграр һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте министры Николай Полюшкин менән осрашыуҙа Башҡортостан вәкилдәре, Рәсәйҙә һәм республикала эшләп килгән, ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләне. Техниканы яңыртыу һәм 500 һөт-тауар фермаһын модернизациялау, мелиорация программаһы иң ҙур ҡыҙыҡһыныу уяттты.

Белогорск районы далалы, өлөшләтә тау янындағы урында урынлашҡан һәм рельефы буйынса Башҡортостандың Әбйәлил районын хәтерләтә. Далалы зонаһында иген үҫә. 2014 йылдың уңышына районда 21 мең гектар ужым сәселгән. Ужымды яҡынса 15-20 июндә ура башлайҙар, сентябрь һәм октябрь аҙағында сәсәләр. Райондың далаларында һәм тау эргәләрендә баҡсалар урынлашҡан булған, әлеге ваҡытта был ерҙәр ташландыҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шефлыҡҡа алынған районда яҙғы баҫыу эштәре тамамланған тиерлек, көнбағыш сәсә башлағандар. Әлеге ваҡытта химик утау башҡарыла.