9 декабрь, Йома

23 апрель 2014 йыл, 11:19

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре эш сәфәре менән Белогорск районында

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре эш сәфәре менән Ҡырым Республикаһының Белогорск районында. Сәфәрҙең маҡсаты – Белогорск районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән танышыу һәм артабанғы хеҙмәттәшлек булдырыу. Шулай уҡ Үҙәк район дауаханаһына барыу ҡаралған.

— Эш сәфәре сиктәрендә стратегик бурыстар тикшереләсәк һәм ҡуйыласаҡ, район һаулыҡ һаҡлау үҫеше юлдары билдәләнәсәк. Рәсәй Федерацияһында ҡабул ителгән тәртиптәргә ярашлы, айырыуса иғтибар өлкәнең һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм Ҡырым халҡына медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк, — тип хәбәр итте БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Кускарбекова.

Яҡын ваҡыт эсендә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ҡырымға табиптар бригадаһын ебәрәсәк, уларҙың составы Белогорск Үҙәк район дауаханаһына барғандан һуң билдәле буласаҡ. Белгестәрҙе, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ашығыс медицина ярҙамы автомобиле оҙатасаҡ.