Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй философтар йәмғиәте ағзалары менән осрашты

Сәйәсәт

22 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй философтар йәмғиәте етәксеһе Вячеслав Стёпин, РФЙ вице-президенты Абдусалам Гусейнов, йәмғиәттең баш ғалим секретары Андрей Королев менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Өфөлә 2015 йылдың сентябрь-октябрендә «Философия. Толерантлыҡ. Глобалләштереү. Көнсығыш һәм Көнбайыш — донъяға ҡараш диалогы» VII Рәсәй философтар конгресын үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Конгрестың Башҡорт дәүләт университеты базаһында үтеүе күҙаллана.

Рәсәйҙән һәм яҡындағы сит илдәрҙән 1500, алыҫ сит илдәрҙән 50-ләп ҡатнашыусының килеүе көтөлә. Форумдың темаһы, Көнбайыш менән Көнсығыш менталитеттарын берләштереп, Европа һәм Азия араһында сиктә урынлашҡан, Башҡортостанда тарихи дуҫлыҡ йолаларының күсәгилешлеген һәм төбәктең географик урынлашыу үҙенсәлеген билдәләү.

— Философтар конгресы яҡшы үтһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Был ваҡиғала Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының ултырыштарынан һуң уҙасаҡ. Беҙҙең заманса отелдәр, яҡшы күргәҙмә һәм аралашыу майҙансыҡтары, конференция залдары әҙер буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Алданғы конгрестар Санкт-Петербургта (1997), Екатеринбургта (1999), Дондағы Ростовта (2002), Мәскәүҙә (2005), Новосибирскта (2009) һәм Түбәнге Новгородта (2012) уҙҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть