Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Шаран районы Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам күрһәтә башланы

Иҡтисад

Ҡырым халҡына ярҙам ҡулын Башҡортостанда дәүләт учреждениелары, ведомстволар, Өфөнөң һәм башҡа ҡалаларҙың айырым предприятиелары ғына түгел, ә райондар ҙа һуҙа. Шаран районында Ҡырым Республикаһының Белогорск районы үҫешенә күсереү өсөн 5000 һум күләмендә аҡсаны беренселәрҙән булып «Тепловик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә йыйғандар.

— Беҙ Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын шатланып ҡабул иттек, — тип һөйләй предприятие директоры Динар Шакиров. — Хеҙмәткәрҙәребеҙҙә был хәл Рәсәй өсөн ғорурлыҡ тыуҙырҙы. Шуға күрә ҡырымдарға ярҙам итергә булдыҡ.

Ҡырым өсөн аҡса йыйыу бөтә Шаран районы буйынса таралды, тип хәбәр итте муниципалитеттың мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рәил Мусин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть