7 декабрь, Шаршамбы

22 апрель 2014 йыл, 16:45

Аҙна һуңына Башҡортостанда һауа температурһының түбәнәйеүе һәм ҡар яуыуы көтөлә

автор: Гөлфиә Акулова

Аҙна уртаһында Башҡортостанда һауа температураһы плюс 11-15 градусҡа тиклем йылынасаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй, ел уртаса буласаҡ.

Рәсәй Гидрометеология үҙәгенең мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа температураһының түбәнәйеүе һәм ямғырҙар яуыуы Өфөлә 24 апрелдә көтөлә. 25, 26 һәм 27 апрелдә температура минус биштән алып плюс һигеҙгә тиклем тирбәләсәк. Синоптиктар кесе йома көслө ямғыр вәғәҙәләй, ә аҙна һуңына епшек ҡар яуыуы күҙаллана. Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева әйтеүе буйынса, барыһына сәбәп Башҡортостан территорияһында үтәсәк циклон буласаҡ.