9 декабрь, Йома

22 апрель 2014 йыл, 16:16

Валерий Гриньков – Башҡортостандың халыҡ артисы

автор: Сергей Захаров

Республиканың 19 кешеһенә юғары профессионал оҫталыҡ һәм күп йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Президентының указы менән почетлы исемдәр бирелде.

Рус дәүләт академия драма театрының алдынғы артистарының береһе Валерий Гриньков бынан алып – «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы».

Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Роза Зянчурина «БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» булды, биҙәү-ҡулланма сәнғәт рәссамы Виталий Николаев «БР атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ булды, ә Өфө циркының хайуандарҙы өйрәтеүсеһе Евгений Терещенко һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Фирҙүс Шәрәфуллин – республиканың атҡаҙанған артистары.

Сәнғәт өлкәһенең тағы ла бер нисә вәкиле «БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен алды. Улар араһында китапханасылар, музыка мәктәптәре уҡытыусылары, театр эшмәкәрҙәре.

Башҡа халыҡ хужалығы тармаҡтары белгестәре араһында атҡаҙанған машина эшләүселәр, нефтселәр, химиктар, мәғариф, халыҡты социаль яҡлау, физик культура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре барлыҡҡа килде.