8 декабрь, Кесе йома

22 апрель 2014 йыл, 15:56

Мәскәүҙә 2021 йылда XI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына Өфөнөң презентацияһы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

25 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Мәскәү вәкиллегендә 2021 йылда XI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына Өфөнөң Заявка китабын әҙерләү һәм презентацияһын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Рәсәйҙең Олимпия комитеты, Милли һәм олимпия булмаған спорт төрҙәре буйынса комитет вәкилдәре, XI Бөтә донъя Уйындары программаһына ингән спорт төрҙәре буйынса бөтә Рәсәй федерациялар етәкселәре ҡатнашасаҡ. Ярыштарҙы үткәреү урыны тураһында аҙаҡҡы ҡарар 2015 йылда ҡабул ителәсәк.

Бөтә донъя уйындарын, Олимпия уйындары программаһына инмәгән 30 спорт төрө буйынса, Бөтә донъя уйындары Халыҡ-ара ассоциацияһы (IWGA) Олимпиянан һуң дүрт йыл һайын уҙғара.

Беренсе уйындар 1981 йылда АҠШ-ла үтә. Шул ваҡыттан алып уларҙы Бөйөк Британия, Германия (ике тапҡыр), Нидерланттар, Финляндия, Япония, Ҡытай һәм Колумбия ҡабул итә. 2017 йылда ярыштар Польшала уҙасаҡ.

«Башҡортостан, эре халыҡ-ара ярыштар үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә, Рәсәйҙең иң спортлы төбәктәренең береһе булып лайыҡлы иҫәпләнә», —тип алдан әйтте БР Президенты Рөстәм Хәмитов.