4 декабрь, Йәкшәмбе

22 апрель 2014 йыл, 14:53

Төбәк етәксеһе билдәле кинорежиссер Мәхмүт Рафиҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ватан кинематографын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн кинорежиссер Мәхмүт Рафиҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡов – күренекле совет кинорежиссеры һәм кинооператоры. Өфөлә тыуған. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлағандан һуң «Мәскәү фәнни фильмдар» студияһына йүнәлтәләр, унда күп тә үтмәй хеҙмәттә ҡулланыу өсөн – атомлы һәм термойәҙрәле бомбаларҙы, баллистик ракеталарҙы, атымлы һыу аҫты кәмәләрен тикшереү, шулай уҡ космонавтика тураһында фильмдар төшөрөргә саҡырылған серле кинотөркөмгә эләгә. Юрий Гагарин, Валентина Терешкова ергә төшкәс уларҙы беренселәрҙән булып төшөрә. Сер режимына һәм эштең спецификаһына күрә Мәхмүт Рафиҡовҡа бер хөкүмәт наградаһы ла бирелмәгән. Берҙән бер таныу – «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме, уны ул 1992 йылдан алып йөрөтә һәм 2011 йылда «Рәсәй кинематогрофона тос өлөш индергәне өсөн» номинацияһында «Ника» премияһы. 2014 йылдың 1 мартында кинодокументалистика корифейына 90 йәш тулды.