Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республика башлығы ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Комиссияһы йыйылышында ҡатнашты

Мәҙәниәт

21 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең ЮНЕСКО-ға инеүенә 60 йыллыҡҡа арналған, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Комиссияһының тантаналы йыйылышында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Йыйылышта Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Комиссияһы рәйесе Сергей Лавров, ЮНЕСКО-ның Генераль директоры Ирина Бокова, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Комиссияһы ағзалары сығыш яһаны.

Белешмә. Башҡортостан Республикаһында ғәмәлгә ашырылған, ЮНЕСКО-ның төп программалары һәм проекттары: «ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре» проекты, ЮНЕСКО-ның «Бөтә донъя мираҫы» программаһы, «Кеше һәм биосфера» программаһы – ЮНЕСКО биосфера резерваттарының бөтә донъя селтәре, УНИТВИН программаһы. Башҡортостанда башҡа бер төркөм көнүҙәк проекттар һәм программалар тормошҡа ашырыла: «Өфө — ЮНЕСКО-ның ижади ҡалаһы», «Донъя халыҡтары мәҙәниәтенең диалогы», «Барыһы өсөн дә мәғлүмәт»,«Донъя хәтере»,«Инклюзив белем биреү», шулай уҡ бер нисә йәштәр һәм туристик инициативалар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть