10 декабрь, Шәмбе

22 апрель 2014 йыл, 10:43

Ҡырымда Башҡортостандың вәкиллеге ойошторолдо

автор: "Башинформ"

Ҡырымда Башҡортостандың вәкиллеге ойошторолдо. Тейешле Указға Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Вәкиллек Симферополдә Башҡортостан һәм Ҡырым араһында ике яҡлы отошло сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында асыласаҡ. Был хаҡта дүшәмбе, 21 апрелдә, республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ҡырымда Башҡортостандың вәкиле итеп Рөстәм Вилданов тәғәйенләнде.

Белешмә:

Рөстәм Ильяс улы Вилданов 1962 йылдың 11 сентябрендә Өфөлә тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Өфө авиация институтында бүлек начальнигы булып башлай.

1989-1992 йылдарҙа – «Когалымнефтегаз» етештереү берләшмәһендә конструкторҙар-технология бүлеге начальнигы.

1989-1992 йылдарҙа – «БРОТЭКС» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары.

1993-1998 йылдарҙа – «Лукойл» төркөмөнә ҡараған «Лукойл-Урал», «Лукойл-Уралнефтегаз», «Лукойл-Башҡортостан» компанияларының генераль директоры.

1999-2001 йылдарҙа – «Транснефть» Сауҙа йорто директоры урынбаҫары.

2001-2002 йылдарҙа – «КазТрансГаз» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәскәүҙәге вәкиллегендә генераль директор урынбаҫары, «АТНК-ИНВЕСТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары.

2002-2007 йылдарҙа – «Евро-Азия-Ойл АГ» акционерҙар компанияһы Мәскәүҙәге вәкиллеге башлығы урынбаҫары.

2007-2008 йылдарҙа – Мәскәүҙә «Рәсәй нефть экспорты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры.

2008-2009 йылдарҙа – Дельта Авто директорҙары советы ағзаһы, 2010 йылда – килешеү буйынса консультант.

2011 йылда – Башҡортостан Респуб­ликаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Мәскәүҙәге рәсми вәкиле.

2011-2013 йылдарҙа – БР Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле.

2013 йылдан алып әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары.