5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2014 йыл, 9:48

БР Хеҙмәт министрлығы Ҡырым Республикаһының Белогорск районы коллегалары менән хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Ҡырым Республикаһы Белогорск районының халыҡты социаль яҡлау идаралығы менән скайп-бәйләнеш үтте. Ҡырым ярымутрауының был муниципалитеты Башҡортостан Республикаһы өсөн шефлыҡҡа алынған район сифатында беркәтелгән.

БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән онлайн-әңгәмәгә Белогорск районының халыҡты социаль яҡлау идараһы етәксеһе урынбаҫары Ирина Цыганок, БР Серафимовка балалар йорто директоры Юрий Стройкин һәм Күмертау ҡалаһы интернаты директоры Юрий Мельников сыҡты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йома республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ике төбәктең шефлыҡҡа алынған социаль учреждениеларҙың параллелдәре билдәләнде. Өфө хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау буйынса идаралығы Белогорск ҡалаһының территориаль социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә шефлыҡ итә. Аҡылы буйынса зәғиф балалар өсөн Серафимовка йорт-интернатына Белогорск балалар йорт-интернаты беркетелгән. Күмертау психоневрологик интернаты бынан алып Белогорск психоневрологик интернатына яуаплы буласаҡ.

Шефлыҡҡа алынған Белогорск районы вәкилдәре менән әңгәмәләшеү барышында БР Хеҙмәт министрлығы башлығы Ленара Иванова тәү сиратта коллегалар өсөн нимә кәрәклеге һәм уларға Рәсәйҙең хоҡуҡи майҙанына тиҙерәк интеграциялауҙа нисек ярҙам итеү тураһында белеште.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын көндәрҙә Башҡортостан менән райондың етәкселеге араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ, был маҡсат менән 23 апрелдә Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡырымға осасаҡ. Шулай уҡ апрель аҙағына тиклем Хеҙмәт министрлығы Белогорскҡа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн меңдән ашыу бәйләнгән жилеттар ебәрәсәк.