Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Әбйәлил» башҡорт әкиәте Рәсәй халыҡтарының иң яратҡан әкиәттәре китабына инде

Мәҙәниәт

Саха (Яҡут) Республикаһының С.А.Новгородов исемендәге «Бичик» Милли китап нәшриәте рус телендә «Любимые сказки народов России» китабын сығарҙы. Был уникаль баҫма — Рәсәй халыҡтарының әкиәттәр китабы ғына түгел. Ул иҫ киткес рәссамдар эшләгән сәнғәт әҫәре.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» Башҡорт китап нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыйынтыҡ илебеҙҙә йәшәүсе туғыҙ халыҡтың ауыҙ-тел ижады өлгөләренән тора. Төрлө халыҡтарҙың яратҡан әкиәттәре эргәһенә «Әбйәлил» башҡорт халыҡ әкиәте лә ингән. Бәләкәй уҡыусылар бында шулай уҡ удмурт, сыуаш, эвенк, урыҫ, дағстан, ҡалмыҡ, татар халыҡтары һәм саха халҡы әкиәттәренең персонаждары менән осрашасаҡ.

Рәсәй халыҡтарының популяр әкиәттәре изгелеккә, егәрлелеккә, намыҫлылыҡҡа өйрәтә. Әкиәттәр изгелекте һәм мөхәббәтте, мәрхәмәтлекте һәм йомартлыҡты, ҡыйыулыҡты һәм намыҫлыҡты, тәрән аҡыллылыҡты һәм тормош хикмәтен данлай. Яҡут китап сығарыусылары был иҫ киткес йыйынтыҡ Ватаныбыҙҙың халыҡтары араһында мәҙәни һәм рухи бәйләнештәрҙе нығытыуға йоғонто яһаясаҡ, тип хаҡлы иҫәпләй.

Китап мәктәпкәсә һәм бәләкәй синыфтағы балалар өсөн тәғәйенләнгән, уны «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында алырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть