8 декабрь, Кесе йома

21 апрель 2014 йыл, 16:06

Башҡортостанда экологик өмәләр бара

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостанда экологик өмәләр дауам итә. 19 апрелгә ҡарата территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа 460 мең самаһы кеше ҡатнашты. Экологик өмәләрҙе үткәрергә 6,7 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителде, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Өмәлә ҡатнашыусылар 14 мең тонналап ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып полигондарға сығарҙы.

Территорияларҙы йәшелләндереү буйынса эштәр алып барыла. Республикала 12 апрелдә старт алған, экологик кампанияның башынан алып биш меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Йәшелләндереү буйынса лидер булып Миәкә районы тора, уның территорияһында 4,5 мең үҫенте ултыртылды.

Республика ауыл биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү өлөшө 20 процент тәшкил итә.

Экология министрлығының дәүләт инспекторҙары административ комиссиялар составында 393 объектты тикшерҙе, уларҙың 63-ө тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарына яуап бирмәй. Уҙғарылған тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса административ яуаплылыҡҡа 45 кеше тарттырылды. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға һалынған, штрафтарҙың дөйөм суммаһы 131 мең һум тәшкил итте.

Экологик кампаниялар 17 майға тиклем дауам итәсәк.