Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

21 апрелдә Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә

Йәмғиәт

Бөгөн Рәсәйҙә икенсе тапҡыр Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Яңы байрамды ойоштороу тураһында Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 2012 йылдың 10 июнендә ҡул ҡуйҙы. Яңы дата календарға «урындағы үҙидара институтының ролен һәм әһәмиәтен арттырыу, демократияны һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү маҡсатында» индерелә, тиелә документта. Дәүләт власы, төбәк һәм муниципалитет органдарына 21 апрелдә байрам сараларын үткәрергә кәңәш ителә.

Байрамдың датаһы тиккә генә һайланмаған. 1785 йылдың 21 апреле, Екатерина II ҡул ҡуйған, ҡалаларға Хоҡуҡ грамотаһын булдырыу көнө. Грамота урындағы үҙидара органдары тураһында Рәсәй ҡануниәтен үҫтереүгә башланғыс һалған.

Башҡортостан Республикаһында әлеге ваҡытта 895 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән туғыҙ ҡала округы, 54 муниципаль район, 14 ҡала һәм 818 ауыл биләмәһе.

Республикала Урындағы үҙидара көнөн билдәләү буйынса төп байрам саралары 18 апрелдә үтте. Өфөлә иң яҡшы муниципаль хеҙмәт вәкилдәрен ҡотланылар. Тантаналарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть