10 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2014 йыл, 14:57

«Дөйөм диктант-2014» акцияһында 40-тан ашыу өфөлө отличник булды

автор: Гөлфиә Акулова

Быйыл «Дөйөм диктант» халыҡ-ара акцияһында 1031 өфөлө ҡатнашты. Өфөлә «Дөйөм диктант» ойоштороусыһы Наталья Панчишина әйтеүе буйынса, 41 эш «бишле» билдәһенә баһаланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ни бары бер отличник булғайны.

Акцияның ойоштороусылары билдәләүенсә, ҡатнашыусылар йышыраҡ «гармошка», «перрон», «семафор», «палисадник» һәм «расхристанный» һүҙҙәрендә хата яһаған. Был һүҙҙәр рус теле ҡағиҙәләрен белмәү менән генә түгел, ә улар ҡулланылған ысынбарлыҡ менән бәйле.

Акцияның иң бәләкәй ҡатнашыусыһы ете йәшлек беренсе синыф уҡыусыһы, ә иң өлкәне 84 йәшлек пенсионер. Шулай уҡ Өфөлә Алексей Ивановтың Поезд Чусовская — Тагил» тексын, рус теленә әҙерлек төркөмөндә уҡыусы, Ҡытайҙан 25, Бангладештан бер студент яҙҙы.

Башҡортостандың баш ҡалаһы белемлелекте тикшереүҙә өсөнсө тапҡыр ҡатнашты. Өфөнән тыш быйыл акцияға биш ҡала һәм бер ауыл биләмәһе ҡушылды. Салауатта 170 эштән 23 «бишкә», 41 — «дүрткә» яҙылған. Сибайҙа диктант яҙырға 60 кеше килгән, уларҙан берәүһе «бишле» алған. Ҡатнашыусылар үҙ эштәренең һөҙөмтәләрен  «Дөйөм диктант» сайтында ҡарай ала.

Өфөлә эштәрҙе һәм сертификаттарҙы 21, 22 һәм 24 апрелдә 19 сәғәттә Энтузиастар урамы, 8 адресы буйынса Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһынды тапшырасаҡтар. Өфө отличниктарын бүләкләү Киров урамы, 45 адресы буйынса ИТАР-ТАСС Конференция холында 23 апрелдә үтәсәк.

темалар: дөйөм диктант