10 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2014 йыл, 14:30

Рәсәйлеләрҙе майҙа бер аҙналыҡ каникул көтә

автор: Галина Бахшиева

2014 йылда май байрамдары тағы ла эшкә туҡтап тороу менән буласаҡ. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы хөрмәтенә рәсәйлеләр 1 майҙан алып 4-нә тиклем ял итәсәк. Еңеү көнө хөрмәтенә – 9 майҙан алып 11-нә тиклем.

Шул уҡ ваҡытта эш көнө 8 майҙа бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Быйыл майҙа бөтәһе ике байрам, дүрт ял һәм 25 эш көнө. Рәсәй көнөн дүрт көн рәттән байрам итеп була – 12 июндән алып 15-нә тиклем һәм шул саҡлы ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә – 1 ноябрҙән алып 4-нә тиклем.

12 июндә – эшләмәгән байрам, Рәсәй көнө, 13 июндә – 5 ғинуарҙан күсерелгән, ял көнө. 11 июндә эш оҙонлоғо бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Рәсәйлеләрҙе июндә бөтәһе бер байрам, алты ял һәм 23 эш көнө көтә.

4 ноябрҙә – эшләмәгән байрам, Халыҡтар берҙәмлеге көнө, 3 ноябрҙә – 24 февралдән күсерелгән, ял көнө.

Ноябрҙә – бер байрам көнө, алты ял һәм 23 эш көнө.

Бынан тыш Башҡортостан халҡын тағы үҙ, республика һәм мосолман байрамдары көтә – Республика көнө, Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрам.