5 декабрь, Дүшәмбе

21 апрель 2014 йыл, 12:45

Төбәк башлығы республиканың украин ауылында булды

автор: Розалия Вәлиева, Арина Рәхимҡолова

Стәрлетамаҡ районы буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Золотоношка ауылында булды. Бында урындағы Мәҙәниәт йортонда ул музей экспонаттарын ҡараны, «Золотоношка» украин тарихи-мәҙәни үҙәктә булды.  

Төбәк башлығы менән осрашыуға граждандарҙың активы йыйылды. Улар Золотоношка ауылына 112 йыл элек күсеп килгәндәре тураһында һөйләне, әммә йолаларҙы әле һаман һаҡлай. Бөгөн бында 650 кеше йәшәй, урындағы мәктәптә 82 бала уҡый. Балалар бер үк ваҡытта дүрт телде: рус, украин, башҡорт һәи инглизде өйрәнә. Уларҙың 40 проценты өсөн украин теле тыуған тел булып һанала.

Ауыл халҡы Рөстәм Хәмитовҡа ауылда белгестәр, атап әйткәндә, ветеринар булмағанлығы тураһында һөйләне. Табип күрше ауылдан һирәк кенә килә. Кешеләр шулай уҡ һыуҙың түбән сифатына зарланды. Әммә Калинин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Анатолий Коваленко алдағы йәй «Таҙа һыу» программаһы буйынса тикшереү үткәрергә планлаштырыуы тураһында хәбәр итте.

Республика Президенты Стәрлетамаҡ районы башлығына ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен эшкәртергә ҡушты.

Урындағы халыҡ шулай уҡ насар демографик хәлгә зарланды – бер тыуған сабыйға ете үлгән кеше тура килә. Былтыр ауылда ни бары бер бала тыуған.

Анатолий Коваленко шулай уҡ быйыл ферма төҙөргә планлаштырыуы, киләсәктә торлаҡ төҙөргә кәрәк буласағы тураһында һөйләне. Бынан тыш, ферманы тергеҙеү буйынса пландар бар, унда киләсәктә Израилдән ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ.

Шулай уҡ Анатолий Коваленко ауылдың тарихы, урындағы украиндарҙың йолалары тураһында һөйләне.

— Ауыл тиҙ күтәрелде, байыны. 10 йыл эсендә игенселәр яҡшы уңыш ала башланы. Хәҙер Украина ауыр тормош кисерә. Тиҙ ваҡыт эсендә былар барыһы ла уңышлы тамамланыр тип ышанам, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ төбәк башлығы ауыл халҡына республика ҡарамағындағы Ҡырымдың Белогорск районы тураһында һөйләне.

— Беҙҙең бурыс – күләмдәр кәмемәһен өсөн, нимә бар, шуны һаҡлау. Быға өлгәшеп була, — тине Рөстәм Хәмитов.