8 декабрь, Кесе йома

18 апрель 2014 йыл, 16:20

2014 йылда «500 ферма» программаһы ҡатнашыусылары булырға төбәктең 94 ауыл хужалығы предприятиеһы планлаштыра

автор: Галина Бахшиева

Һөт етештереүҙә хәлде яҡшыртыу Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы «500 ферма» республика программаһы ҡатнашыусыларының иҫәбен арттырыуҙа күрә.

— Муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы идараһы (бүлектәре) һәм уҙғарылған консультациялар йомғаҡтарының мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда был программала 94 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашырға планлаштыра. 11 предприятие документтарын конкурс комиссияһына тапшырҙы, уларҙың һигеҙе программаның ҡатнашыусыһы статусына эйә булды. Был уларға 12 һөт-тауар фермаһын яңыртырға мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне беренсе кварталда эштең йомғаҡтары буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.

Кәңәшмә эшендә муниципаль район хакимиәттәренең  ауыл хужалығы идаралығы (бүлектәре) начальниктары һәм баш зоотехниктары, мәғлүмәт-консультация үҙәктәре директорҙары, шулай уҡ ветеринария станциялары начальниктары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә шулай уҡ көтөүҙе һәм тоҡом малын үҫтереү эше буйынса хәлде анализланылар. Бынан тыш, ветеринар хеҙмәтләндереү тәьминәте, янғын хәүефһеҙлеге һәм алдағы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.