4 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2014 йыл, 17:20

Standard & Poor's Башҡортостандың рейтингын «ВВВ-» кимәлендә раҫланы, прогнозы «Тотороҡло»

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Республикаһының оҙаҡ сроклы кредит рейтингы «ВВВ-» кимәлендә раҫланды, прогнозы «Тотороҡло». Бындай ҡарар 2014 йылдың 18 апрелендә Standard & Poor's халыҡ-ара рейтинг агентлығы тарафынан сығарылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был инвестиция категорияһының кредит рейтингы төбәккә 2013 йылдың 30 апрелендә бирелгәйне. Быйыл эмитенттың кредит рейтингын күҙәтеү һәм ҡайтанан ҡарау маҡсаты менән аналитиктар Башҡортостанда 26 мартта булды. Визит сиктәрендә агентлыҡтың Мәскәүҙәге офисының «Төбәк һәм муниципаль финанстар» төркөмө директоры Борис Копейкин һәм төркөмдөң аналитигы Екатерина Ермоленко Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, иҡтисади блок министрлыҡтары етәкселәре, банк берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Төбәктең финанс-бюджет һәм бурыс сәйәсәте мәсьәләләренә арналған айырым кәңәшмә БР Финанс министрлығында уҙҙы.

Агентлыҡ тарафынан уҙғарылған аналитика эшенән һуң рейтингты раҫлау тураһында ҡарар сығарылды. S&P эксперттары, Башҡортостан Республикаһының рейтингы ликвидлыҡтың позитив күрһәткестәрен, бурыстың түбән кимәлен, уртаса юғары финанс күрһәткестәрен һәм юғары булмаған шартлы бурыстар кимәлен сағылдыра, тип иҫәпләй.

Шулай итеп, Рәсәйҙең ике төбәгенә – Башҡортостанға һәм Ямал-Ненец автономиялы округына (уның BBB- рейтингы/ Негатив) – кредит рейтингтарын раҫланылар. Башҡа төбәктәргә, шул иҫәптән Мәскәү һәм Санкт-Петербургҡа, шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округына – рейтингтар кәметелде, тип хәбәр иттеләр республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: рейтингтар