3 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2014 йыл, 18:05

19 апрелдә Башҡортостанда – дөйөм республика шәмбе өмәһе

автор: Галина Бахшиева

Иртәгә, 19 апрелдә, Башҡортостанда дөйөм республика шәмбе өмәһе уҙасаҡ, тип иҫкәртә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

2014 йылғы экологик кампанияһы республикала 12 апрелдән алып 17 майға тиклем дауам итәсәк.

Үткән аҙнала территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа 166 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар өс мең тоннанан ашыу сүп-сар йыйып полигондарға сығарҙы. Тәүге экологик өмәләр йомғаҡтары буйынса республикала ауыл биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү күләме алты процент тәшкил итте.

Экологик шәмбе өмәләренең йомғаҡтарын БР Экология министрлығы 6 июнгә яһаясаҡ.

2013 йылда Башҡортостанда ойошторолған экологик яҙ өмәләрендә йәмғеһе 317 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде. Уларҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ 1,3 миллион квадрат метрҙан ашыу юл, 233 мең погон метрға яҡын ҡойма һәм бина фасадтарын ремонтланы.

Республика Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдың яҙғы өмәләрендә ике миллиондан ашыу кеше-көн эшләнгән. Ҡатнашыусылар сүп-сар йыйыуҙан тыш,  495 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡ ултыртҡан. Миәкә районы йәшелләндереү буйынса лидер иҫәбенә булды, унда уҙған яҙ 120 мең үҫенте ултыртылғайны.