9 декабрь, Йома

18 апрель 2014 йыл, 17:51

Төбәктә тулайым һауым 381 мең тоннанан артҡан

автор: Галина Бахшиева

Йыл башынан алып Башҡортостанда тулайым һауым 381 мең тоннанан артҡан, уларҙың 163,8 мең самаһы һатылған.

Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары был ваҡыт эсендә 172 мең тоннанан ашыу һөт етештергән, ул былтырғы күрһәткестәрҙән 1,4 мең тоннаға күберәк. Хужалыҡтар йыл башынан алып 149,8 мең тоннанан ашыу һөт һатҡан. Былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда 173 мең тоннаға күберәк.

Шул уҡ ваҡытта етештереү һәм һатыу буйынса лидерҙар булып Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Илеш һәм Ауырғазы райондары ҡала.