Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективын яңы директор менән таныштырҙылар

Мәҙәниәт

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры итеп Фәүзи Сафин тәғәйенләнде

Сафин Фәүзи Хәсән улы 1969 йылдың 22 мартында Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында тыуған.

1995 йылда хор дирижеры, музыка дисциплиналары уҡытыусыһы һөнәрҙәре буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

1990-95 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хор артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһында капелла артисы булып эшләй.

1995-98 йылдарҙа Мәләүез районы Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе була.

1998-2004 йылдарҙа Мәләүез һәм Мәләүез районы хакимиәтендә йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире, мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет начальнигы вазифаларын башҡара.

2004-06 йылдарҙа – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһында мөхәррир.

2006-14 йылдарҙа Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш белгесе вазифаларын биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть